Ул Рамаҙан айы тамамланыу менән билдәләнә. Бер ай дауамында барлыҡ мосолман донъяһы ураҙа тота. Был изге айҙа күптәр көн дауамында ашау-эсеүҙән тыйылып ҡына тормай, барлыҡ насар ғәмәл-һүҙҙәрҙән арына, гел генә изгелек ҡыла, үҙендә ихтыяр көсө тәрбиәләй.
Дуҫтар, белеүегеҙсә, әле барлыҡ сараларҙы күмәкләп уҙғарыу тыйыла. Һеҙҙең дәрестәрегеҙ ҙә өйҙә генә үтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кәйефебеҙҙе төшөрмәйек. Байрамыбыҙҙы яҡшы уйҙар менән генә ҡаршылайыҡ. Атай-әсәйҙәрегеҙҙе, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе һәм башҡа яҡындарығыҙҙы Ураҙа ғәйете менән ҡотларға онотмағыҙ. Ул һәммәбеҙгә лә шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен! Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!
Айнур хәҙрәт БИРҒӘЛИН, мөфтөй, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе.