Бөтә яңылыҡтар

Ҡорбан салыу доғалары, кемдәр белмәй өйрәнә тороғоҙ!

Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтуһу!Ҡорбан салыу доғалары, кемдәр белмәй өйрәнә тороғоҙ, яҙып алығыҙ, ятлағыҙ. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын!

Ҡорбанды салыусы хайуанды аяҡтары менән ҡиблаға ҡаратып, һул яғына ятҡырғандан һуң, һуйыу алдынан ошо һүҙҙәрҙе әйтергә тейеш: "Бисмилләһи, үәллаһу әкбәр, Аллаһуммә һәҙә минкә үә иләйкә, Аллаһуммә тәҡаббәл миннии". Мәғәнәһе: "Аллаһтың исеме менән, Аллаһ – иң бөйөк, Йә Аллаһ! Был (ҡорбан) Һинән ине һәм ул Һинең өсөн, Йә, Аллаһ! Уны минән ҡабул ит".
Әгәр кеше бөтөн ғаилә ағзалары исеменән ҡорбан салырға теләһә, ул ваҡытта ул шулай ти: "Бисмилләһи, үәллаһу әкбәр, Аллаһуммә һәҙә ғәннии үә ғән әәли бәйтии". Мәғәнәһе: "Аллаһтың исеме менән, Аллаһ иң бөйөк, Йә Аллаһ! Был (ҡорбан) минән һәм минең ғаиләмдән". Шулай уҡ был уҡыла торған һүҙҙәргә тиклем ҡорбанды салыу алдынан Мөхәммәд (с.ғ.с) әйткән һүҙҙәрҙе лә уҡыу сөннәт ғәмәл булып һанала. Жәбир ибн Ғабдуллаһ (р.ғ) исемле сәхәбәнән хәбәр ителә: "Мөхәммәд (с.ғ.с) ҡорбан итеп ике мөгөҙлө, аҡ төҫтәге, беселгән тәкәне салды. Ул уларҙы һалырға, тип яткырғас, түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтте:(ҡорбан доғаһы)."Инни үәжжәһтү үәжһии лилләҙии фәтарас-сәмәәүәәти үәл әрдъ ғәләә милләти Ибраһиимә хәниифәә үә мәә әнәә минәл мүшрикиин. Иннә саләәтии үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәтии лилләһи Раббил-ғәәләмиин. Ләә шәриикә ләһ. Үә биҙәәликә үмиртү үә әнәә минәл-мүслимиин". Мәғәнәһе: "Дөрөҫлөктә, мин йөҙөмдө Аллаһҡа тиңдәш ҡылмайынса, Ибраһим пәйғәмбәр динендә булған килеш, күктәрҙе, ерҙе барлыҡҡа килтергән Затҡа йүнәлттем. Һәм мин Аллаһҡа тиңдәш ҡылыусыларҙан түгел. Дөрөҫлөктә, минең намаҙым да, ҡорбаным да, тормошом һәм үлемем дә донъяларҙың Раббыһы Аллаһ өсөн. Уның тиңдәше юҡ. Мосолмандарҙан булған хәлдә миңә шуны эшләү әмер ителде. Йә, Аллаһ! Был (ҡорбан) һинән (килгән ризыҡ) һәм ул һинең өсөн Мөхәммәдтән һәм уның өммәтеннән (салына). Аллаһтың исеме менән. Ул Аллаһ – иң бөйөк! Һуңынан ул уларҙы салды» (Әбү Дауыд).

Лилиә Такаева әҙерләне.

Һүрәт "Һаҡмар" гәзите сайтынан.
Читайте нас в