Бөгөн - Ғәрәфә көнө. Хаж ҡылыусылар Мәккәнән 20 километр алыҫлыҡтағы Ғәрәфә тауына барып ғибәҙәт ҡыла, ураҙа тота. Оло хаж үтәлһен өсөн Ғәрәфә тауында тороу мөһим. Мосолмандар әйтеүенсә, был көндө гонаһтар ҙа, сауаптар ҙа арттырып яҙыла икән. Ҡояш байығас, Мина ҡалаһына юлланалар.