+7 °С
Облачно
VKOKTelegram

Телебеҙҙе тыйырға өйрәнәйек

Күп ваҡытыбыҙҙы хәбәр һатып үткәрәбеҙ. Ә һәр бер һүҙебеҙ фәрештәләр тарафынан яҙылып бара. Ҡайһы саҡта һөйләгәнебеҙҙең насарлығын аңлап та бөтмәйбеҙ.

«Кем Аллаһы Тәғәләгә һәм ҡиәмәт көнөнә ышана икән, хәйерле нәмә әйтһен йә һөйләшмәһен», – тип риүәйәт итә Имам Мөслим. Бер көн пәйғәмбәребеҙгә бер кеше килә лә: «Мине йәннәткә индерә торған берәй ғәмәл күрһәт әле», – ти. Мөхәммәт пәйғәмбәр: «Ошо нәмәңде тый», – тип теленә күрһәтә. Ысынлап та, кеше үҙенең теле менән әллә ниндәй хаталар эшләп ташлай: ялған һүҙ, ғәйбәт һөйләй, теле менән кеше араһын бутай, Аллаһы Тәғәлә тураһында дөрөҫ һөйләмәй, кемделер ҡарғай... Бер хәҙистә: «Ҡайһы ваҡыт кеше үҙе лә аңлап бөтмәгән бер һүҙ һөйләр һәм шуның арҡаһында көнбайыш һәм көнсығыш араһынан да тәрәнерәк утҡа тайып төшөр», – тиелә. Ошондай аяттар һәм хәҙистәрҙе элек мосолмандар яҡшы аңлаған һәм һөйләгәндәренә ныҡ иғтибар иткән.
Кешенең теле бер ваҡытта ла тик тормай. Гонаһлы нәмәләр хаҡында һөйләмәһә лә, буш һүҙ ҡороуға ла төшөп китә. Кем менәндер сәғәттәр буйы һөйләшеп тора ала. Ундайҙарға: «Намаҙға баҫ», – тип кәңәш бирһәң, ваҡыт юҡлығына зарланалар. Ә буштан-бушҡа хәбәр һатып торорға ваҡыт табалар. Бер хәҙистә: «Аллаһы Тәғәләне иҫкә алмайынса оҙаҡ һөйләшмәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә иҫкә алынмаған оҙон хәбәр йөрәктең ҡатылығына килтерә. Ә кешеләр араһында Аллаһы Тәғәләнән иң йыраҡ булғаны – ҡаты йөрәкле кеше», – тиелгән. Икенсе бер хәҙистә: «Кеше иртәнсәк торғанда уның бөтә ағзалары ла телгә өндәшә: «Беҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡ, беҙ һиңә бәйле. Әгәр төҙ булһаң, беҙ ҙә төҙ булырбыҙ, ә ҡыйшайһаң, беҙ ҙә ҡыйшайырбыҙ», – тигән». Изге хәлифә шундай һүҙҙәр ҙә килтерә: «Кемдең хәбәре күп, шуның хаталары ла күп, кемдең хаталары күп, шуның гонаһтары ла күп, ә кемдең гонаһтары күп, ул кешегә йәһәннәм уты нығыраҡ килешә». Шуға күрә һәр нәмәне уйлап ҡына һөйләйек.
Әбү Әхмәт хәҙрәттең «Йома хөтбәләре» китабын ҡулланып әҙерләнде.
Читайте нас