+27 °С
Облачно
VKOKTelegram

Дин һабаҡтары

Кешенең итәғәтле булыу - күңеленең яҡшылығында. Һеҙҙең иң яҡын кешеләрегеҙ - атай-әсәйегеҙ. Шуның өсөн уларға гел итәғәтле булығыҙ, эштә һәм һүҙҙә ҡаршы килмәгеҙ. Шул ваҡытта уларҙың күңелдәре лә, үҙегеҙҙеке лә рәхәтлек табыр, тормошоғоҙ гүзәл булыр.

Һеҙҙең иң яҡын кешеләрегеҙ - атай-әсәйегеҙ. Шуның өсөн уларға гел итәғәтле булығыҙ, эштә һәм һүҙҙә ҡаршы килмәгеҙ. Шул ваҡытта уларҙың күңелдәре лә, үҙегеҙҙеке лә рәхәтлек табыр, тормошоғоҙ гүзәл булыр.


* * *

Атай-әсәйегеҙ һеҙгә нимә бирһә лә, үҙҙәренең миһырбанлыҡтары менән бирер. Шуның өсөн, нимә кәрәкһә лә, башҡалар юҡ ваҡытта әҙәп менән һорағыҙ. Әгәр һораған әйберҙе бирмәһәләр, уларҙы борсомағыҙ. Һеҙгә нимә кәрәк икәнен, нимә тура килеү-килмәүен атай-әсәйегеҙ яҡшыраҡ белә.


* * *

Бала саҡта аҡса тоторға өйрәнмәгән кешеләр ҙурайғас та быны белмәй бөтә байлыҡтарын исраф итеп, донъя рәхәтен күрмәйҙәр. Атай-әсәйегеҙ биргән аҡсаны тотонорға өйрәнегеҙ. "Был аҙ ғына аҡса", - тимәгеҙ, сөнки әлегә һеҙҙең кәрәктәрегеҙ ҙә әҙ.


* * *

Ҡулығыҙҙан килгән эштәрҙә атай-әсйегеҙгә ярҙам итегеҙ. Улар һеҙҙе тәрбиәләп үҫтерә. Бер ваҡыт һеҙ ҙә атай, әсәй булырһығыҙ, шул саҡта һеҙҙе лә хөрмәтләрҙәр. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм: "Атай-әсәйҙәрегеҙгә игелек итегеҙ, һеҙгә лә балаларығыҙ игелек итер", - тигән.

Фото:aprlnr.su


Читайте нас