+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Кем Ҡөрьәндән бер генә хәреф уҡыһа – бер изгелек яҙылыр»

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, Ҡөрьән Кәрим тураһында хәҙис шәрифтәре бик күп. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә лә килтереп китәбеҙ.

«Кем Ҡөрьәндән бер генә хәреф уҡыһа – бер изгелек яҙылыр»
«Кем Ҡөрьәндән бер генә хәреф уҡыһа – бер изгелек яҙылыр»

«Һеҙҙең арағыҙҙа иң хәйерлегеҙ Ҡөрьәнде уҡырға өйрәнеүсе һәм башҡаларға өйрәтеүсе».

«Әгәр берегеҙ Ҡөрьәнде белеп, оҫта уҡыһа – бер сауап; әгәр ҙә белмәйенсә, ауыр булһа ла тырышып, өйрәнеү ниәте менән хаталанып уҡыһа, ике сауап булыр».

«Кем Ҡөрьәндән бер генә хәреф уҡыһа  – бер изгелек яҙылыр. Һәр изгелеккә 10 сауап яҙылыр. «Әлиф ләм мим» тиеүҙе бер хәреф тип әйтмәйем. Һәр береһе бер хәреф һәм һәр ҡайһыһына сауап булыр».

«Ҡөрьән уҡығыҙ, сөнки ул Ҡиәмәт көнөндә уҡыған хужаһына шәфҡәтсе, яҡлаусы булыр».

«Бер кемгә лә көнләшергә ярамай, иллә мәгәр ике төрлө кешеләргә. Беренсеһе, әгәр берәүгә Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәнде белгерткән һәм ул уны көнөн дә, төнөн дә уҡыһа. Икенсеһе, әгәр берәүгә Аллаһ Раббыбыҙ байлыҡ биреп, ул шуны көнөн дә, төнөн дә изгелеккә генә файҙаланһа».

«Әгәр берәү Ҡөрьәндән бер нимә белмәһә, емерек өй һымаҡ булыр».

 

 

Дини календарҙан алып әҙерләнде.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: