+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
24 Октябрь 2021, 10:10

"Һоҡланам ҡош телен белгән Сөләймән пәйғәмбәргә"

Элекке йәш хәбәрсебеҙ, шағирә Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВАға – 60 йәш

"Һоҡланам ҡош телен белгән Сөләймән пәйғәмбәргә"
"Һоҡланам ҡош телен белгән Сөләймән пәйғәмбәргә"

Шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова Ишембай районының Иҫәкәй ауылынан. Ул – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы, Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы. Оло ижад юлына тәүге аҙымдарын «Башҡортостан пионеры» гәзитенән башлаған.

– Бишенсе синыфта уҡығанда «Башҡортостан пионеры»нда (әлеге «Йәншишмә») «Өмөтлө ҡараштарыбыҙ» тигән тәүге мәҡәләм донъя күргәйне. Эй, ул ваҡыттағы ҡыуаныуҙарым! Унда синыфташтарымды, уҡытыусыларымды һағыныуым хаҡында яҙғайным. Етмәһә, 1 сентябргә мәктәпкә уҡырға килһәм, фотомды Почёт таҡтаһына элеп ҡуйғандар. Күңелем бик ҡанатланып, «Башҡортостан пионеры» гәзите, «Пионер» журналына тағы ла күберәк хәбәрҙәр ебәрә башланым. Унан әүҙем яҙышҡаным өсөн «Йәш хәбәрсе» исеменә лайыҡ булдым, алтынсы синыфта йыш хәбәрләшеп торғаным өсөн «Артек» лагерына юллама менән бүләкләндем.
Ә инде «Башҡортостан пионеры» гәзитенең баш мөхәррире Миңлеғәле Яҡуповтың өйгә килеүе үҙе бер оло байрам булды. Ул миңә шундай ҙур кеше – министр кеүек тойолдо. Өйҙәге эштәремде бөтөргәнде көтөп торғаны әлегеләй хәтеремдә.
Өлкән синыфтарҙа төрлө кисәләрҙә, концерттарҙа күренекле шағирҙарҙың, үҙемдең күңелгә тәьҫир итерлек шиғыр­ҙарымды һөйләй торғайным. Мин сығыш яһағанда хатта ҡайһы берәүҙәр илап та ултыра ине.
Мәктәп йылдарымды хәтергә төшөрһәм, иң беренсе баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Каина Маннан ҡыҙы Аҡҡолова күҙ алдыма баҫа. Балаларҙың нимәгә һәләтлелеген күреп, остазымдың дөрөҫ йүнәлеш бирә белеүе һоҡландырҙы. Уның тырышлығы менән беҙҙең мәктәптән судья, генералдар, артистар үҫеп сыҡты. Миңә, табип булырға йөрөгән ҡыҙға ла, матур кәңәштәрен биреп, һөнәр һайларға ярҙам итте. Уға мең-мең рәхмәтлемен, донъябыҙҙа шундай уҡытыусылар күберәк булһын ине, – ти Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы, мәктәптә уҡыған йылдарын иҫенә төшөрөп.
Рәшиҙә Шәмсетдинова шиғырҙарҙы балалар, өлкәндәр өсөн яҙа. Уның «Ҡосағымда ҡояш», «Йыһанға хаж», «Мин – ҡояшҡай», «Бейеүсе болан», «Фәрештә ҡанатында», «Ысыҡ һутындағы ҡисса», «Һандуғас сере» тигән ете китабы донъя күргән. «Исемдәр илендә» йыйынтығы Зәйнәб Биишева исемендәге Баш­ҡортостан «Китап» нәшриәтендә үҙ сиратын көтә. Авторҙың шиғырҙары мәктәп дәреслектәрендә лә, антологияларҙа ла урын алған. Уның һүҙҙәренә үҙешмәкәр композиторҙар – Мәрйәм Солтанова, Рәмил Ғимраниҙар көй яҙған.

Хәҙрәт булдым

Ҡурсаҡтарым менән бергә
Уҡып алайым намаҙ.
Көтөп торор бер яҡ ситтә
Тәтәй машинам «КамАЗ».

Ул бит намаҙ уҡый белмәй,
Ул бит бары машина.
Икәүләп барырбыҙ, ярай,
Бөгөн ҡунаҡ ашына.

Барыһын да теҙеп һалдым
Иҙәндәге балаҫҡа.
Минең арттан ҡабатларҙар,
Үрелмәҫтәр ҡаласҡа.

Хас та оло кеше кеүек
Сәждәлә эйеп башты,
Доға ҡылғас ысын итеп,
Доғабыҙ күккә ашты.

Күмәкләшеп намаҙ уҡыу
Күңелле икән ҡалай!
Хәҙрәт булдым! Түгел инде
Уйнап йөрөгән малай.

Атай, әсәй, өләсәйем
Шатлана ҡарап беҙгә.
Ғүмер теләйбеҙ уларға,
Тыныслыҡ – илебеҙгә.

Һандуғас сере

Һоҡланам ҡош телен белгән
Сөләймән пәйғәмбәргә.
Был һәләт бирелмәгән шул
Ерҙәге әҙәмдәргә.

Иҫемдә генә тотам гел
Олатай һөйләгәнде –
Пәйғәмбәрҙең дуҫы булған
Бөркөттәр, төйлөгәндәр.

Һәр береһенә өндәшкән
Тик үҙенең телендә.
Тоғро иптәш була алған
Ҡанатлылар илендә.

Аҡҡоштарҙы, күгәрсенде
Аңлаған күҙҙәренән.
Мин үҙем ҡошҡа әйләнәм
Олатай һүҙҙәренән.

Пәйғәмбәрҙәй булғым килә
Бына шуның өсөн дә.
Шул турала, ысын әйтәм,
Күрҙем хатта төшөмдә.

Олатай йылмайып ҡуя:
– Яратһаң тыуған ерең,
Ҡояш ҡалҡҡан саҡта, таңда
Һандуғас асыр серен.

Хатта үләндәге ысыҡ
Күҙ ҡыҫыр һиңә йым-йым.
Йоҡоңа баш була алмай
Ятһаң, күрмәҫһең тылсым.

Атаң-әсәң һоҡландырып,
Уҡыр кәрәк «бишле»гә.
Ҡоштар телен аңлай ала
Тик аҡыллы кешеләр!

...Бөгөн иртән иртүк торҙом,
Урманға яҡын ара.
Һандуғас серен аңларға
Йүгереп китеп барам.

Хәйлә

Кескәй Әлфинур сирләгәс,
Бик ауыр кисерәбеҙ:
Дарыу түгел, үлән сәйен:
«Шәбәй!» – тип эсерәбеҙ.

Ул – шаянҡай, шаярыуын
Ташламай.
– Сир бөттө, – ти.
Ҡояш апай саҡыра, – ти.

Тубым оҙаҡ көттө, – ти.

Өләсәйҙең өшкөрөүе

Килеште һуң ҡалай ҙа!
Беҙгә килеп тулыр инде
Бөтә ҡыҙҙар, малайҙар.
– Зифа инәй, һин беҙҙе лә
Өшкөр инде,– тиерҙәр.
Шуға йырлап күрһәтерҙәр,
Тыпырҙатып бейерҙәр.
Өләсәйем хәбәр һөйләр,
Телкәйҙәре талмаһын!
Өләшер һәр береһенә
Кисә йыйған алмаһын.
Миңә ҡарап, күҙ ҡыҫыр ҙа
Әйтер:
– Ашағыҙ алма!
Ул һеҙҙе гел йүгерттерер,
Тик артта тороп ҡалма!
Йүгерһәгеҙ, гел сәләмәт
Булырһығыҙ, ышанам.
Ана, мине көтөп тора
Ҡыш тауҙа шыуыр санам.
Барыһы ла рәхмәт әйтер,
Өләсәй хәйлә ҡорған.
Был алмалар, был алмалар
Рәхмәт әйттерә торған.

Беҙҙең өйҙә

Әсәй матур күлдәк кейә,
Әҙерләнә намаҙға.
Гүйә, һандуғастар килер
Беҙҙең өйгә бер аҙға.

Сут-сут килеп, эй, һайрағас,
Йәмләнә өйҙөң эсе.
Шул илаһи моң ярата
Һәр бер мосолман кеше.

Һандуғастар һайрата шул,
Аҙан ҡысҡырғас атай.
Уйнап йөрөгән еремдән
Уны ишетеп ҡайтам.

Улар икәү намаҙ уҡый,
Ә мин тартам тиҫбене.
«Ләә иләәһә илләллааһ», – тип
Тәһлил әйтәм кис көнө.

Ҙур үҫкәс, әсәй ҡыуанып,
Күлдәген бүләк итер.
Әйткән ошо тәһлил һаны
Ҡояшҡа, айға етер.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: