+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
25 Февраль 2022, 08:22

Йома мөбәрәк булһын!

Бөгөн йома. Изге йома, тибеҙ. Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең был көн тураһында әйткән һүҙҙәре бар.

Йома мөбәрәк булһын!
Йома мөбәрәк булһын!

 “Йома – Аллаһ алдындағы иң бөйөк көн. Был көндө Әҙәм ғәләйһиссәләм донъяға яратыла. Ергә йәшәргә лә Аллаһы Тәғәлә уны йома көндө ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә – йома. Ҡиәмәт йома көндө ҡубасаҡ. Был көндөң бер ваҡыты бар: ул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһының теләгән изге теләктәрен тормошҡа ашыра”. Бына шуға ла мосолмандар был көндө Аллаһы Тәғәләнән теләктәрен тормошҡа ашырыуын һорап, уға салауат әйтеп, доғалар уҡып үткәрә.

Халыҡ араһында йома көндө эш эшләргә ярамай, тигән тыйыу бар. Ысынлап та шулаймы? Ҡөрьән Кәримдең Йома тураһындағы сүрәһенең 9-сы аятында былай тип әйтелә: “Эй мөьминдәр, әгәр йома көн йома намаҙына аҙан әйтелһә, эштәрегеҙҙе һәм сауҙаларығыҙҙы ҡуйып, намаҙ уҡырға, вәғәз тыңларға ашығып барығыҙ. Был эш һеҙҙең өсөн хәйерлелер,әгәр был эштең файҙаһын белһәгеҙ." Ә 11-се аятта ошондай һүҙҙәр бар: "Намаҙҙы һәм Ҡөрьән вәғәзен тыңлап, Ислам тәрбиәһен алыуҙы донъя малына алыштырмағыҙ". Йәғни йома эшләргә ярамай тигән һүҙ мәсеткә барып уҡыла торған йома намаҙына ҡағыла. Нәҡ ошо өйлә намаҙын ҡалдырмаҫҡа ҡушыла. Йома намаҙына ир-егеттәр барырға тейеш, ҡатын-ҡыҙҙарға мотлаҡ түгел, өйҙә уҡыһалар ҙа ярай. Күренеүенсә, йома намаҙы уҡылған ваҡытта ғына эшләргә ярамай.

Изге йома мөбәрәк булһын! 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: