+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ураҙаға ниәт ҡылғанда һәм ауыҙ асҡанда уҡылған доғалар

Бөгөн кис, ҡояш байыу менән, мосолман календары буйынса изге Рамаҙан айы башлана. 2 апрель - ураҙаның тәүге көнө. 

Ураҙаға ниәт ҡылғанда һәм ауыҙ асҡанда уҡылған доғалар
Ураҙаға ниәт ҡылғанда һәм ауыҙ асҡанда уҡылған доғалар

Ниәт һәм ифтар доғаларын иҫкә төшөрәйек.

Ураҙаға ниәт доғаһы:

 "Бисмилләһир-рәхманир-рахим! Нәүәйтү ән әсумә саумә шәһри Рамаҙанә минәл фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи Тәғәлә. Аллаһу Әкбәр!"

Мәғәнәһе: "Аллаһы Тәғәлә хаҡына тип, таң атҡандан башлап, ҡояш байығанға тиклем ихлас күңел менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһу Әкбәр!"

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға:

"Аллааһүммә ләкә сүмтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү." Мәғәнәһе: "Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡаһаң ине."

Ураҙа – исламдың биш шарты­ның береһе. Үҙен мосолман тип һанаған һәр кем әлеге ғәмәлде үтәргә бурыслы. Балаларға ла: ҡыҙҙарға – 9, малайҙарға 12 – 13 йәштән ураҙа тоторға мөмкин. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: