+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Көйөргәҙелә – “Изге айҙа изгелек ҡыл” акцияһы

Көйөргәҙе районы Яҡшембәт мәктәбендә   “Изге айҙа изгелек ҡыл!” акцияһы башланған. Беренселәрҙән булып XI синыф уҡыусыһы Азалиә Аллабирҙина ҡушылған.

Көйөргәҙелә – “Изге айҙа изгелек ҡыл” акцияһы
Көйөргәҙелә – “Изге айҙа изгелек ҡыл” акцияһы

 Ул изге Рамаҙан айында өләсәһенә ҡар көрәшергә ярҙам иткән. Афарин, Азалиә! Гел шулай аҡыллы, эшһөйәр булып ҡал, йәме! Ҡылған изгелектәрең үҙеңә меңләтә кире әйләнеп ҡайтһын! Йә, артабан кем булыр? Һеҙҙән хәбәрҙәр көтәбеҙ, көйөргәҙеләр!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: