+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
21 Апрель 2022, 11:35

Ураҙаның файҙаһы күп

Ураҙа ҡан әйләнешенә ыңғай йоғонто яһай. Көнләп кенә түгел, аҙналап ас торғанда ҡан тамырҙарына электән ултырып килгән холестерин ҡалдыҡтары йыуылып, тамырҙар йомшара.

Шуға ла күтәрелгән ҡан баҫымы төшә. Беҙҙең бер туҡтауһыҙ эшләгән аш һеңдереү системаһы ураҙала ял итеп ала. Бер аҙ туҡланыуҙан тыйылып тороу бауырға ла яҡшы йоғонто яһай. Кеше организмында был ағза иллегә яҡын функция үтәй. Ул май һеңдерә, төрлө сиргә ҡаршы махсус матдәләр эшләп сығара. Бөгөнгө медицина күп сирҙең башланыу сәбәптәрен бауыр эшмәкәрлегенә бәйләй. Ураҙа тотоу бауырға өс-дүрт сәғәт ял бирә. Нервы системаһының тынысланыуы һөҙөмтәһендә бөйөрҙәр ял итә. Фильтр ролен үтәгән был ағзалар ҡандан төрлө ҡалдыҡтарҙы һөҙөп ала.

Ураҙа тотоу мосолмандарҙың ихтыяр көсөн нығыта. Тормоштағы ауыр һынауҙар алдында уға әҙерлек булып тора. Сөнки ураҙа башҡа бөтә хөкөмдәр кеүек нәфсенең тулыһынса пакланыуына алып барыусы алымдарҙың береһе һанала. Раббыһының ҡушҡанына буйһоноп, хәләл нәмәләрҙән баш тартҡан кешенең хәрәм нәмәләрҙән баш тартмауы мөмкин булмаҫ ине.

Рамаҙан айы — Ҡөрьән айы, Рамаҙан — рухты паклау, шайтандың йөрөй торған юлы тарайып, нәфсе һынала торған ай.

Мәғлүмәт «Башҡортостан календары"нан алынды.

Фото:https://greatinspir

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: