+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
24 Апрель 2022, 22:35

Фиҙиә саҙаҡаһы тураһында

Ураҙа тота алмайым, бының өсөн зәкәт түләргә кәрәклеген беләм. Тик аныҡ ҡына ҡағиҙәһен белмәйем, тигән һорауға яуап. Ураҙа – мосолман өсөн фарыз ғәмәл, һәм уны ниндәйҙер сәбәп менән тотмаған осраҡта йә аҙаҡтан көнөнә-көн тотоп ҡаза ҡылына йәки фидиә саҙаҡаһы түләнә. Рамаҙан айында кеше алты сәбәп менән ураҙа тота алмауы мөмкин:

Фиҙиә саҙаҡаһы тураһында
Фиҙиә саҙаҡаһы тураһында

Беренсеһе – сәләмәтлек булмау. Һауыҡҡас, ул кеше ураҙаһын көнгә-көн тотоп бөтөрә, йәғни ҡаза ҡыла.

Икенсе сәбәбе  –  алыҫ сәфәрҙә булыу. Әгәр кеше транспортта йөрөп, яҡын аралыҡта булып, юлы ауырлыҡ тыуҙырмай икән – ураҙаны боҙорға сәбәп юҡ. Ә инде кисектергеһеҙ сәбәптәр арҡаһында кеше йыраҡ юлға сыҡҡанда ураҙа тотоуы ауыр була икән, ураҙаһын ҡалдырып тора ала һәм Рамаҙан айы үткәс, көнөнә-көн тотоп ҡуя – ҡаза ҡыла.

Мосолман ҡатын (мөслимә) йөклө булғанда йәки бала имеҙгәндә, балаға йә үҙенең һаулығына зыян килерҙәй булһа, һөтө бөтөүе ихтимал булғанда ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Бының өсөн фиҙиә түләнмәй, аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуя.
Ҡартлығы арҡаһында ураҙа тота алмаған кеше фиҙиә саҙаҡаһы түләй, ураҙаһын ҡаза ҡылмай.

Үлем сигенә етеп, сарсау йәки асығыу арҡаһында ураҙаһын өҙөргә мәжбүр булыу. Был осраҡта һыуһынды йә асығыуҙы баҫырлыҡ ҡына ашап алырға ла, башҡаса ашамаҫҡа. Был көн өсөн фиҙиә түләнмәй, башҡа ваҡытта көнөнә-көн ураҙа тотоп ҡаза ҡылына. Ныҡ ауыр эш арҡаһында ашарға кәрәк булыу. Фиҙиә түләнмәй, көнөнә-көн ҡаза ҡылына

Әгәр кеше үтмәй торған дауамлы ауырыу икән, йә ҡартлыҡ буйынса ураҙа тота алмаған булһа, бындай осраҡта фиҙиә саҙаҡаһы түләргә тейеш була. Әгәр кешенең фиҙиә түләрлек хәле юҡ икән, унан бурыс төшә һәм ул үҙе саҙаҡа ала торған кеше булыуы ихтимал.

Фиҙиә саҙаҡаһын бер фәҡиргә лә, бер нисәһенә бүлеп тә бирергә була.

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: