+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
24 Апрель 2022, 10:50

Әҙәп - бәхет сығанағы

Ризаитдин Фәхретдин нәсихәттәрен уҡығандан һуң тыуған уйҙар.

Әҙәп - бәхет сығанағы
Әҙәп - бәхет сығанағы

Ризаитдин Фәхретдин уҡымышлы дин кешеһе булған. Әҫәр­ҙәрендә халҡыбыҙҙы белемгә өндәй, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлә. Улар араһында миңә айырыуса «Нәсихәттәр» китабы оҡшаны. Ул һәр кешенең өҫтәл китабы булырға тейеш, тигән һығымтаға килдем. Ата-әсә тәрбиәһе, уҡыу, дуҫлыҡ, тел мәсьәләһе, хеҙмәт, шөғөл – кешегә иң кәрәкле нәсихәттәр беҙҙе аҡ юлдан барырға, тирә-яҡҡа хөрмәт менән бағырға, телебеҙҙе, илебеҙҙе, атай-әсәйебеҙҙе яратырға, киләсәкте ҡайғыртырға өндәй.
«Йөҙ – күңелдең йомшаҡ йәки ҡаты булыуын күрһәтеүсе көҙгө». Ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһе, асылы тураһында оҙаҡ ҡына уйлап ултырҙым. Ысынлап та, шулай бит. Кеше тураһында яҡшы йәки насар уйлайбыҙмы, хәйләләп торабыҙмы – барыһы ла күҙебеҙҙән күренә. Ә инде эшләгән ғәмәлдәребеҙ маңлайҙарға ҡыҙыл ҡәләм менән яҙылған.
Ризаитдин нәсихәттәре – балаларға ғына түгел, ололар өсөн дә иң кәрәкле һәм файҙалы кәңәштәр. Үҙен хөрмәт иткән һәр кеше уларҙы уҡыһын ине, тигән теләктә ҡалам.

Эльвина ҒӘББӘСОВА.


Бөйөк мәғрифәтсе ололарҙы хөрмәт итергә, туған телде яратырға, уйлап һөйләргә, бөхтә, таҙа булырға, яҡын кешеләрең менән яҡшы мөнәсәбәттә торор­ға, күп белергә саҡыра. Кемдер нәсихәттәрҙе уҡып, үҙенең ҡылығына, холҡона, тотошона өр-яңынан ҡарайҙыр. Минең дә донъяға ҡарашым үҙгәргәндәй булды. Хәҙер күп нәмәгә икенсе төрлө ҡарайым. Нимә өҫтөндә күберәк эшләргә кәрәклеген билдәләп сыҡтым. Киләсәктә балаларымды тәрбиәләгәндә лә был кәңәштәр кәрәк булыр, тигән уйҙамын.

Гөлсинә МӨХӘМӘТОВА.

Ризаитдин Фәхретдиндең «Нәсихәт­тәр»ен уҡып, беҙ үҙебеҙгә күп мәғлүмәт алабыҙ, был китапта һүҙ нимә тураһында бара һуң? Әлбиттә, тәрбиә, иман, ғаилә ҡиммәттәре тураһында. Ысынлап та, изгелекле кеше һәр саҡ хөрмәтле була. Атай-әсәйҙең ҡәҙерен белергә, уларҙың хеҙмәтен баһаларға өйрәнергә кәрәк. Ҡартайғас, үҙҙәрен ҡарарға, ярҙам итергә кәрәклеген аңларға тейешбеҙ. Туғандар менән мал бүлешмәй, татыу йәшәргә лә өйрәтә нәсихәттәр.
Таҙалыҡ яратыу, һәр нәмәне үҙ урынында тотоу, дәресте ваҡытында әҙерләү кешенең һәр яҡлап та тәрбиәле булыуын күрһәтә. Буш ваҡытты әрәм итмәҫкә, уны фай­ҙалы үткәрергә, әҙәпле булырға өндәй. Ә әҙәп – бәхет сығанағы.
«Дуҫлыҡҡа юл ғаиләнән һалына», – тиҙәр. Дөрөҫ. Ә мәктәптәге дуҫлыҡ? Синыфташтарың, тиҫтерҙәрең менән фекерҙәш булыу күп бәләнән, килеп тыуған проб­лемаларҙан ҡотҡаралыр ул. Дуҫтар ауыр мәлдәрҙә һынала.
Асыҡ йөҙлө кешеләрҙе ҡояшҡа тиңләйҙәр. «Нәсихәттәр»ҙә автор был турала ла иҫкәртеп китә. Кеше үҙенең йөҙөнә, тотошона иғтибарлы булырға тейеш: кем менәндер осрашҡанда ситкә ҡарап һөйләмәҫкә, асыҡ йөҙ күр­һәтергә, уға ҡарата яҡшы мөғәмә­ләлә булырға. Өҫтәл артына килеп ултырғансы гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, һәр саҡ таҙа, бөхтә йөрөргә лә өндәй бөйөк мәғрифәтсебеҙ.
«Кешене кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, холҡона ҡарап оҙаталар», тигән әйтем бар. Ҡайҙа ғына булһаң да, үҙеңде тәртипле, әҙәпле тотоу кәрәк. Кешенең күңелен тел менән дә, ҡул менән дә яраларға ярамай.
Нәсихәттәрҙе уҡып, үҙемә күп нәмә алдым. Тиҫтерҙәремде лә Ризаитдин Фәхретдин ижады менән яҡындан танышырға саҡырам.

Нияз ХӘСӘНОВ,
IX синыф уҡыусылары.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт
интернат-гимназияһы.

Фото: https://bash.bashgazet.ru/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: