+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
27 Апрель 2022, 16:50

Ҡәҙер кисендә уҡыла торған доға

Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм Ғәйшә анабыҙға, Аллаһ унан риза булһа ине, был кисәлә уҡыу өсөн ошо доғаны өйрәткән:

اللَّهُمَّ إنَّك عَفُوٌّ تُحِبُّ الْعَفْوَ فَاعْفُ عَنِّي
«Аллааһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәннии».
(Аллаһым! Һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итеүҙе һөйәһең, мине ғәфү ит!)

 «Ҡәҙер кисендә бер тапҡыр «Иннә әңзәлнәһү»(" Әл-Ҡәҙер") сүрәһен уҡыған кеше башҡа ваҡыттарҙа Ҡөрьән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлөрәктер»;
 «Ҡәҙер кисендә бер тәсбих “Сөбханаллаһ”, бер тәхмид “Әлхәмдүлилләһ”, бер тәһлил «Аллаһу Әкбәр»әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих үә тәһлил әйтеүсенән ҡиммәтлерәктер»;
«Был кисәлә көтөүсе һарыҡ һауып алған ваҡыт ҡәҙәр булһа ла ғибәҙәт иткән кеше (йәғни тиҙ генә намаҙ уҡып алған) бер ай дауамында бөтә кистәрҙе таңға тиклем ғибәҙәттә булыусынан да ҡиммәтлерәктер»;
 «Ҡәҙер кисендә өс тапҡыр «Ләә Иләәһә иллаллаһу» тип әйтеүсенең
-гөнаһтары кисерелер, ғәфү ителер,
-йәһәннәмдән ҡотолор;
-йәннәткә керер». «Ҡәҙер кисендә «Әл-Ҡәҙер» сүрәһен уҡыған кеше Ҡөрьән Кәримдең дүрттән бер өлөшөн уҡыған кеүек булыр» (йәғни бының сауабына) ирешер
"Әл-Ҡәҙер" сүрәһе.
Әғүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-ражиим.
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1) Иннә әңзәлнәһу фии ләйләтил ҡадр.
2) Үә мәә әдракә мәә ләйләтүл ҡадр.
3) Ләйләтүл ҡадри хайруммминәл фишәһр.
4) Тәнәззәлүл мәләикәтү үәррууху фииһә би иҙни раббиһим миң күлли әмръ.
5) Сәләәмүн һийә хәттә мәтләғил фәджр.   Сығанаҡ: vk.com Фото: sun9-16.userapi

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: