+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
30 Апрель 2022, 17:28

«Үҙегеҙҙән юғары булғандарға түгел, ә түбән булғандарға ҡарағыҙ».

Хикмәт мәктәптә яҡшы уҡый. Мәктәбе өйҙәренән алыҫта урынлашҡанлыҡтан, Хикмәткә көн дә автобусҡа ултырып йөрөргә тура килә.

Уның ҡыҙыҡһыныуҙары күп була. Шуларҙың береһе — автомобилдәр. Хикмәт иптәштәренә мәктәпкә барғандағы юлда осраған теләһә ниндәй машинаның марка һәм моделен әйтеп бирә ала. Уларҙың үҙҙәренең өйҙәрендә машина булмай. Был уны бер аҙ борсоһа ла, Хикмәт бер ваҡытта ла был хаҡта атаһына һәм әсәһенә ауыҙ асып өндәшмәй. Атаһы хеҙмәткәр булып эшләй, уның эш хаҡы дүрт кешелек ғаиләне аҫырарға саҡ-саҡ етә. Шуға ла атаһынан машина һатып алыуҙы һорау аҡылһыҙлыҡ икәнен яҡшы аңлай Хикмәт. Ғаиләһен аҫырау өсөн бар көсөн һалып тырышҡан кешегә бындай үтенес белдереү рәхимһеҙлек булыр ине. Шул уҡ ваҡытта уның менән бер кварталда йәшәгән синыфташы Әхмәттең мәктәпкә йәйәү йөрөүен дә аңлап етмәй Хикмәт. Бер ямғырлы көндө иптәштәре менән туҡталышта автобус көткәндә улар янынан ашыға-ашыға өйөнә ҡабаланған Әхмәтте күреп ҡала ла, уға:

— Һыуланаһың бит. Әйҙә, хәҙер автобусҡа ултырабыҙ, — тип өндәшә.

— Рәхмәт, миңә бер урынға инеп сығырға кәрәк, — ти Әхмәт.

Был бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Шунан Хикмәт ҡыҙыҡһынып был хаҡта әсәһенән һорай. Әсәһе Әхмәттең ғаиләһен яҡшы белә. Уларҙың атаһы бынан бер нисә йыл элек үлеп ҡалған, әсәһе алты бала менән яңғыҙы тороп ҡалған. Ул кешеләргә өй йыйыштырып, балаларын астан үлтермәҫлек аҡса эшләй. Билдәле, Әхмәттең автобусҡа ултырмауының сәбәбе — аҡса юҡлыҡта. Әсәһе һөйләгәндәр Хикмәтте тетрәндерә. Ә ул уларҙың машинаһы булмауға борсолоп йөрөй тағы. Шунда Хикмәт уның менән бер ҡалала йәшәгән, баш осонда ҡыйығы, эше, аҙығы булмаған меңәрләгән кешеләр тураһында уйлай. Ә уның ғаиләһендә барыһы ла насар түгел — бының өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡый Хикмәт.

Малай пәйғәмбәребеҙҙең ошо хәҙисе тураһында алдан белгән булһа, үҙҙәренең машинаһы булмағанға ҡайғырып йөрөмәҫ ине: «Үҙегеҙҙән юғары булғандарға түгел, ә түбән булғандарға ҡарағыҙ».

                                                                                                                                                                                                                                                                                  "Диәнәт" журналынан алынды.

Фото:yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: