

Әйтегеҙсе, бер мин генә шулай
Баш тартаммы алтын-көмөштән?
Урынына, Хоҙай, һаулыҡ, тәүфиҡ,
Бир балама иң ҙур өлөштән.
Ялтыр-йолтор сылбыр эленгәнсе,
Муйынымдан балам ҡосһон ул.
Күҙҙәрендә гәүһәр ише балҡып,
Бәхет осҡондары боҫһон ул.
Зәһәр тундары ла бер тин тормай,
Донъялағы Әсә затына.
Шикле байлыҡтарға ҡыҙыҡмайым,
Доғаларым балам хаҡына.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.
Фото: migrantumir.com