+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Ҡорбан ғәйете – мосолмандар көтөп алған байрамдарҙың береһе. Ул Ураҙа байрамынан 70 көн үткәс, мосолман календары буйынса Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, уҙғарыла. Быйыл Ҡорбан ғәйете 9 июлгә тура килә.

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Ошо ваҡытта, Зөлхизә айының 8 – 12-се көндәрендә, Ер шарының төрлө тарафтарынан хәлле, һау-сәләмәт мосолмандары Сәғүд Ғәрәбстанындағы Мәккә ҡалаһының Ҡәғбәтулла мәсетендә хаж ҡылырға йыйыла.
Матди яҡтан хәлдәренән килгән мосолмандарға Ҡорбан ғәйете намаҙынан һуң ҡорбан салыу фарыз. Был ғәмәлде мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә яҡынайырға тырышып башҡара. Иң мөһиме – уға ышаныу, инаныу, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешеү, иманды арттырыу. Эйе, ҡорбан салып, мохтаждарға таратып биреү – бик сауаплы эш. Хәлле кешеләр тотошлайы менән тарата, ярлыраҡтар өстән бер өлөшөн ғаиләһе менән ашаһа ла ярай. Тик төп ниәт күрше-күләнгә, мохтаждарға ит ашатыу ғына түгел, ә Аллаһтың ризалығына өмөт итеү икәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.
Ҡорбан ғәйете – мосолмандарҙың иң ҙур байрамдарының береһе. Был көндәрҙе дин ҡәрҙәштәребеҙ бер-береһенә ихласлыҡ күрһәтеп, бүләктәр бирешеп, яҡындарын матур сәй табындарына саҡырып үткәрә. Өйҙәрҙә тәмле ҡоймаҡтар ҡойола. Ошо көндәрҙә дини әҙәбиәт, Ҡөрьән уҡыуға ла иғтибарҙы күберәк бүлеп, доғалар ятлап үткәр­һәк ине.
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

 

Фото: rbsmi.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: