+29 °С
Ясно
VKOKTelegram

Һаҡла, Хоҙай, минең ғаиләмде!

 

Был донъяла һаҡлап, таянырлыҡ,

Нимәм бар һуң йәндәй ҡәҙерле?!

Бар шатлығым,йыуанысым булған,

Һаҡла, Хоҙай, минең ғаиләмде...

Ғәйбәт һүҙҙәр,насар күҙҙәр генә

Ҡорған оябыҙға ҡунмаһын.

Һынау кәртәләрен үткән саҡта,

Аҙашырға юлдар ҡуймаһын.

Һаҡла,Хоҙай, минең ғаиләмде!

Бала моңо тулған өйөмдө!

Һаҡла, Хоҙай, иң ҙур бәхет хисен,

Бүләк иткән һөйгән йәремде!

 

Гөлшат ДӘҮЛӘТШИНА.

Фото: cultreg.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас