+14 °С
Ясно
VKOKTelegram

Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доға

Был ваҡытта уҡылырға мөмкин булған бер нисә доға бар.

Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доғаЮлға сыҡҡанда уҡыла торған доға
Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доға

Автомобилгә ултырып киткәндә йә иһә үҙе руль артына ултырғанда, «Бисмилләһи» һүҙҙәре әйтеп, өс, биш йә иһә ете мәртәбә «Аятел-Көрси» уҡып, урындан ҡуҙғалып китергә кәрәк.

Пәйғәмбәребеҙ юлға сыҡҡанда былай тип доға ҡыла торған булған:
«Аллааһүммә иләйкә тәвәҗҗәһтү вә бикәгътәсамтү, Аллааһүммә әкфинии мәә әһәммәнии вә мәә ләә әһтәммү ләһү. Аллааһүммә зәввиднит-тәкъвә вәгъфир лии з̣әнбии вә вәҗҗиһнии лил-хайри әйнә мәә тәвәҗҗәһтү».
«Аллаһым! Һиңә йүнәлдем, Һиңә һыйындым. Аллаһым! Шикле һәм шикһеҙ нәмәләрҙән миңә таяныс бул. Тәҡүаны миңә ризыҡ әйҙә, Аллаһым! (Йәғни Һиңә ғибәҙәттәр ҡылып, рухыма аҙык табайым). Гонаһтарымды ғәфү ит һәм ҡайҙа ғына китһәм дә, мине һәр вакыт хәйерле эштәргә йүнәлт, йә, Раббым!»

«Бисмилләһ»тән һуң:
«Сүбхәәнәлләз̣ии сәххара ләнәә һәәзәә вә мәә күннәә ләһү мүкъриниин».
 «Был ултырып йөрөй торған нәмәләрҙе беҙгә хеҙмәт иттергән Аллаһының даны бөйөктөр. Ул бөтөн етешһеҙлектәрҙән пактыр, юҡһа беҙҙең быларға көс етмәҫ ине»
Был һүҙҙәр уҡылыр һәм өс тапҡыр «Әлхәмдүлилләәһ», өс тапҡыр «Аллааһү әкбәр» тигәндән һуң:
«Сүбхәәнәкә иннии з̣аләмтү нәфсии фәгъфир лии, иннәһү ләә йәгъфируз̣-з̣үнүүбә илләә әнтә».
 «Аллаһыны тәсбих итәмен, мин нәфсемә, үҙ-үҙемә золом ҡылдым. Аллаһым! Мине ғәфү ит, сөнки Һинән башҡа ғәфү итеүсе юҡтыр».

 

Сығанаҡ: vk.com

Фото: islam.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас