-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
25 Август 2022, 15:35

Файҙалы каникул

Ишембай районы Биксән ауылы балалары каникулдарын файҙалы үткәргән.

Йәйге каникул ваҡытында мөғәллимә Нажия Нурғале ҡыҙы һәм Нурислам хәҙрәт ислам дине менан таныштырыу дәресе алып баралар.

- Балаларҙың йәйге каникулдары башланғас беҙ уларҙы ата-әсәләр рөхсәте менән мәсет эргәһендә ойошторолған ислам дине менән таныштырыу уҡыуҙарын ойошторҙоҡ. Балаларҙың ислам динен белеү теләге көслө ине. Бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән белем алыу өсөн тырышып уҡый башланылар. Әлхәмдүлилләәһ. Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм Уның берлеген таныу сифаттарын, Ислам дине нигеҙҙәрен, ғәрәп алфавитын һәм дә көндә кәрәкле доғаларҙы ла өйрәнделәр. Бер нисә ҡыҫҡа Ҡөрьән сурәләрен ятланылар. Әлеге көндәрҙә намаҙ уҡыу тәртибен өйрәнәбеҙ. Октябрь айында уҡыуҙарын дауам итергә ниәтләйбеҙ, Иң -шәә-Аллаһ, - ти мөғәллимә Нажия Нурғале ҡыҙы һәм Нурислам хәҙрәт.

Күптән түгел Йәнырыҫ ауылында Ҡөрьән сүрәләрен уҡыу буйынса балалар араһында бик ҡыҙыҡлы ярыш ойошторолдо. Унда Биксән ауылынан да бик теләп ҡатнашҡан балалар булды: Ҡыҙрасова Айгөл, Ғәйнуллин Ирәндек, Назмиев Илдар, Аллағужин Нурислам, Хисәметдинов Руслан. Уларҙы ауылыбыҙҙың имам хатибы Ринат Иҫәнбаев һәм Нажия абыстай әҙерләп алып барҙы. Ирәндек Ғәйнуллин ете йәш кена булыуына ҡарамаҫтан сүрә ятлау менән бер рәттән бик матур йыр башҡарып, жюри ағзаларын һоҡландырҙы. Имам хатибыбыҙ йома көндө ошондай фәһемле конкурста ҡатнашҡан балаларҙы дәртләндереп, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Изгелеккә өндәгән нәсихәттәре менән дә уртаҡлашты.

Йәйге каникулда бик кәрәкле, файҙалы сара хәтерҙә яҡты иҫтәлек булып ҡалыр.

Айгөл ИСКӘНДӘРОВА.

Сығанаҡ һәм фото: gazeta-toratau.ru

Файҙалы каникулдар
Файҙалы каникулдар
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: