Әсәйем гел китап уҡый,
Атала ҠӨРЬӘН тиеп.
Мин дә ҡәҙерләп тотамын
Башҡа түбәтәй кейеп.
Бер хәрефен белмәһәм дә,
Тиҙ генә уҡый алам.
Атай әйтеп торғас янда:
- Әлхәмдүлилләһ, балам!