

Яулыҡлы ҡыҙ үтте яндарымдан –
Ҡараштары ергә төбәлгән.
Собхәналлаһ, тиеп тороп ҡалдым –
Имандары булһын теүәлдән!
Яулыҡ, яулыҡ! Ярты метр сепрәк –
Тәҡүәлек, иман билдәһе.
Ярым шәрә йөрөй һинән яҙып,
Мең-мең апай-һеңле илдәге.
Яулыҡ, яулыҡ! Ғәүрәт өсөн япма,
Фарыз минең, һинең өсөн дә.
Яулыҡ ябын, әй мосолман ҡатын –
Ошо ғына килер көсөңдән.
Яулыҡ, яулыҡ! Сепрәк кенә түгел,
Иманлылыҡ, әҙәп тамғаһы.
Ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ ябынһалар,
Ир-ат булыр илдең ағаһы.
Яулыҡлы ҡыҙ үтте яндарымдан –
Доға ҡылып ҡалдым артынан:
“Яулыҡлы ҡыҙ, түбәтәйле улдар
Насип итһен Аллам халҡыма!”
Фото: vk.com