+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
17 Сентябрь 2022, 11:10

"Атайыңды бүләк итәм"...

Кешеләрҙе талап йөрөгән юлбаҫарҙар ҡулына бер ярлы ғына ҡарт барып эләгә.

 Юлбаҫарҙар башлығы уға былай ти:

— Әгәр ҙә ҡолдар баҙарында һатылыуыңды теләмәһәң, йөҙ алтын табып

түлә һәм беҙ һине иреккә ебәрәбеҙ.

Бахыр ҡарт, аҡса өмөт итеп түгел, ә үҙе хаҡында белгертеү өсөн яҡындарына

хат яҙа.

Ҡарттың улы бик изгелекле һәм ҡыйыу була.

Ул атаһының хатын алыу менән уның янына йүнәлә.

— Әфәнделәр, — ти юлбаҫарҙарға, — мин һеҙҙән атайымды түләүһеҙ

ебәреүегеҙҙе үтенмәйем. Мин беләм: һеҙ быны эшләмәйәсәкһегеҙ. Атайым бик

ҡарт һәм хәлһеҙ генә. Һеҙ уны ҡоллоҡҡа һата ла алмаҫһығыҙ. Һеҙ уны ебәрегеҙ

ҙә, ҡоллоҡҡҡа мине һатығыҙ, аҡса ла эшләрһегеҙ.

Юлбаҫарҙарҙың башлығы үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай тора хатта.

— Ҡара әле, шундай улдар ҙа бар икән донъяла! — тип һоҡланыу белдерә

ул. - Беҙҙә лә кешелеклелек үлеп бөтмәгән. Мин һиңә атайыңды бүләк итәм, ана

бара юлығыҙ...

Атай һәм ул шатланып өйҙәренә ҡайтып китә.

Был хикәйәт Пәйғәмбәребеҙҙең шул хәҙисен иҫкә төшөрә:

«Һәр бала үҙ атаһы алдында мәңге түләп бөтмәҫлек бурыслы. Әгәр ҙә ул,

атаһын ҡол булған сағында табып, уны һатып алып, ҡоллоҡтан ҡотҡарһа,

шул рәүешле үҙенең бурысын үтәгән булыр».

"НӘСИХӘТ" журналынан.

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: