+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
18 Сентябрь 2022, 10:05

Тирәк

Хөсни бабай хөкөм ителеүсегә бармағы менән күрһәтеп: — Хөрмәтле судья! Былтыр сит илгә сығып киткәнемдә мин ошо кешегә һаҡлауға бик ҡиммәтле балдаҡ ҡалдырғайным. Хәҙер уны үҙемә кире алам, тиһәм, бирмәй!

Тирәк
Тирәк

Судья хөкөм ителеүсегә ҡарап:

— Нилектән һин кире балдаҡты ҡайтармайһың? — ти.

Хөкөм ителеүсе:

— Был кеше алдаша. Бер ниндәй ҙә балдаҡ бирмәне ул миңә, — тип яуап

ҡайтара.

Судья Хөсни бабайға тағы өндәшә:

— Һинең уға балдаҡ биргәнде иҫбатлар кешең бармы?

— Юҡ, — ти Хөсни. — Мин уға тирәк аҫтында балдаҡты тотторғанда, эргәлә

бер кем дә юҡ ине.

Судья Хөсниҙе шул тирәккә ебәрергә ҡарар итә:

— Ботағын алып кил.

Хөкөм ителеүсегә көтөп торорға ҡушыла. Ул быға шулай ти:

— Өс сәғәт үтмәйенсә, ул кире әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Тирәк бынан бик алыҫта

үҫә.

Шунда судья хөкөм ителеүсегә:

— Бына тотолдоң да инде. Балдаҡты алмаһаң, ул тирәктең ҡайҙа

урынлашҡанын белер инеңме икән? Пәйғәмбәребеҙҙең өйрәткәнен ишеткәнең

юҡмы ни:

«Алдау — яманлыҡҡа, яманлыҡ тамуҡҡа килтерә».

"ДИӘНӘТ" журналынан.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: