— Ботаҡтар бик нәҙек, һине күтәрмәүе мөмкин. Ул ҡәҙәре юғарыға үрелмә, емештәр бында ла өлгөргән бит, — тип иҫкәртә уны Ғәйшә.
Ләкин Ғәлиҙең күҙҙәре бары тик ағас осондағы емештәрҙе генә күрә һәм Ғәйшәне тыңламай. Шул арала ул сейә ботағы менән бергә ергә ҡолап та төшә
һәм аяғын һындыра. Хәҙер инде ул, аяғы гипслы көйө сейә ағасына алыҫтан ғына ымһынып, бик күп көндәр өйҙә ятып үткәрәсәк.
Ғәлиҙең был ҡылығын нәфсе тип атап буламы? Был тағы ла Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙҙең шул хәҙисен иҫкә төшөрә:
«Кешенең алтын менән тулы ике шишмәһе булһа ла, уның өсөнсөһөн
булдырғыһы киләсәк. Уның күҙҙәрен уның мәйетенән башҡа бер ни ҙә
туйҙыра алмаясаҡ».
"Диәнәт" журналынан.