+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
13 Октябрь 2022, 05:15

Уҡы әле, әсәй, доғаңды...

Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ

Уҡы әле, әсәй, доғаңды, тип
Шалтыратам бик йыш әсәмә,
Ышанам мин изге фатихалы
Әсә доғаһының көсөнә.

Һинең доғаларҙы юлдаш итһәм
Юлым уңа әсәй һәр ваҡыт,
Әсәйемдең изге доғалары
Йәнәшәмдә йөрөй оҙатып.

Балаҡайым, тиеп өҙөләһең,
Йәшәһәм дә һинән йыраҡта,
Хәлдәремде әсәм аңлап тора
Кәрәк мәлдә, кәрәк ваҡытта.

Тиҙ арала ҡабул булыр доға,
Әсә доғалары булалыр,
Балаһына йәшәү көсө биреп
Яманлыҡтан һаҡлап торалыр.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас