

Бисмилла, тип асһаң иртән күҙең,
Хоҙай рәхимендә үтер көнөң.
Сәләм бирһәң оло, кесеһенә,
Баһалы ла булыр әйткән һүзең.
Кесе, тимә, иң тәү һүҙ башлап ҡуш,
Хәлен һора, кәйефтәрен белеш.
Олоһона асыҡ йөҙөң менән
Ике ҡулың һоноп тәүләп күреш.
Күҙгә күренмәҫ нур тоташтыра,
Күңелдәргә һала йәйғор-күпер.
Хәл белешеп сауап алған кеше
Сират күперҙәрен үткән саҡта
Аяҡтары таймай еңел үтер.
Римма ИБРАҺИМОВА
Фото: classpic.ru