+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
20 Октябрь 2022, 10:41

Һәр береһе өсөн доға уҡыласаҡ

Азат Бадранов, социаль сәхифәһендә яҙыуынса, хәрби әҙерлектең һуңғы аҙнаһын үтә. Юлға сығыр алдынан республиканың 16 мәсетендә ҡорбан салдырып, ҡөрьән уҡытырға ниәт иткәндәр.    

Шулай итеп, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм унда китергә йыйынған ир-егеттәрҙең барыһының да иҫән-һау ҡайтыуы өсөн ошо шәмбе, 22 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 12-лә ҡорбан салынасаҡ. «Мәсеттәр хәрби бурысын үтәгән һәм үтәргә йыйынған яҡындарыбыҙҙың тыуған ауылдарынан сығып һайланды”, -  тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов һәм уларҙың исемлеген тәҡдим итә.

Архангел районының Архангел, Тәүәкәс, Абҙан, Оҙондар ауылдары;

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылы, Баймаҡ ҡалаһындағы «Нәсихәт» мәсете;

Бәләбәй ҡалаһының Тарих мәсете, Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылы;

Бишбүләк районының Бишбүләк ауылы;

Благовар районы Языков ауылы;

Борай районы Борай ауылы;

 Дүртөйлөләге «Мираҫ» мәсете, Дүртөйлө районы Иванай ауылы;

Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим урамындағы З. Солтанов исемендәге мәсет;

Учалы ҡалаһы, Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет, Учалы районы Миндәк ауылы.

Ошо мәсеттәргә килеп, һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡын кешеһенең исемен яҙып ҡалдыра ала. һәр береһе өсөн доға уҡыласаҡ. Изге доғалар ҡабул булһын!

Фотола Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет.

 

 

 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас