

Доға ҡылып теләк теләйем
Ҡабул итеп ал, Раббым.
Барыбыҙға бир таҙалыҡ,
Тыныс тормош, мул табын.
Ата-әсәгә түҙемлек,
Балаларға тәүфиҡ бир.
Тура юлдан тайпылдырма,
Хәүефтәрҙән һаҡлай күр.
Тыныслыҡ бир күңелдәргә,
Ғаиләләргә татыулыҡ.
Йорт-еремә бәрәкәт бир,
Йөрәктәргә сабырлыҡ!
Тыныс, матур үтһен көндәр
Борсоу, хафаға һалма.
Бар өмөтөм, ышанысым
Тик һиндә, ғәзиз Аллам!
Г. Шәрипова.
Фото: vk.com