+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иман барҙа - әхлаҡ бар
23 Октября 2022, 04:30

Аллаһтан көн һайын һора

Йә, Раббым, Үҙеңдең асыуыңдан, нәфрәтеңдән, ғазабыңдан, ғәфү ителмәгән, кисерелмәгән ғәмәлдәрҙән, насар ниәттән, буш һүҙҙәрҙән, хәйерһеҙ эштәрҙән, файҙаһы булмаған ғилемдән, ҡабул ителмәгән доғанан, ҡаты күңелдән, туймай торған нәфестән, ваҡытты һәм малды исраф итеүҙән, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән, кәрәкһеҙ әҙәм булыуҙан, ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан Үҙең һаҡла.

Аллаһтан көн һайын һораАллаһтан көн һайын һора
Аллаһтан көн һайын һора

Йә, Раббым, ғәриплектән, һуҡырлыҡтан, һаңғыраулыҡтан, аңһыҙлыҡтан, телһеҙлектән, йоғошло ауырыуҙарҙан, яман сирҙәрҙән, өшөүҙәрҙән, бешеүҙәрҙән, ғазап-әрнеүҙәрҙән, зәғифлектән, ғазап-сабырһыҙлыҡтан, эс бошоуҙарҙан, шик-шөбһәләрҙән, йән тынысһыҙлығынан, башҡаларға йөк булыуҙан Үҙең һаҡла. Амин!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас