

Мәшһүр дин ғалимы, заманында ҡазый һәм мөфтөй вазифаларын үтәгән Ризаитдин Фәхретдинов 1908 – 1917 йылдарҙа Ырымбурҙа сыҡҡан «Шура» журналының мөхәррире була. Шул осорҙа журналдағы күп мәҡәләләр авторы булыуҙан тыш, ул тағы ла мөхәрририәткә килгән дини һорауҙарға ла яуап бирә. Уның ошо журналда сыҡҡан яуаптары, һайланма рәүештә, «Риза казый фәтүәләре» исемле йыйынтыҡ булып сыҡты. Бер быуаттан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Риза хәҙрәттең биргән яуаптары әле көнүҙәк.
Һорау: Хызыр һәм Ильяс пәйғәмбәрҙәр бөгөн иҫәндәр, тип һөйләү бик таралған. Ошо һүҙ дөрөҫмө һәм уларҙың, мәңгелек ағасын ауыҙ итүҙәре сәбәпле, донъяла мәңге тороуҙары хаҡындағы хәбәрҙәрҙең дөрөҫ дәлилдәре бармы?
Яуап: Хызыр һәм Ильяс пәйғәмбәрҙәрҙе күргәнебеҙ һәм күргән кешеләрҙе лә күргәнебеҙ юҡ. Шуның өсөн улар хаҡында хәбәр һөйләргә ҡулыбыҙҙан килмәй. «Сахих әл-Бохари»ҙа булған бер хәҙистән уларҙың вафат булғандары аңлашыла. Маҡтаулы эштәр һәм кәрәмәттәр хаҡындағы китаптарға күрә, улар һаман тере булып донъяла йөрөйҙәр. Хәҙисте алда тотоусылар, тәбиғи, уларҙың вафат булғанын һөйләйҙәр. Хәҙис китаптарына ҡарағанда маҡтаулы эштәр китаптарын алда тотоусылар уларҙың тере икәнлегенә ышаналар.
"Нәсихәт" журналынан алынды.
Фото: Яндекс.