+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иман барҙа - әхлаҡ бар
25 Октября 2022, 12:10

Үҙең һаҡла, Раббым!

 

Ҡояш ише генә булып байып,

Оҙата алһам ине донъяларҙы.

Балаларҙың бәхҽттәрҽ өсөн

Һаҡла, Раббым, ҡорған ояларҙы.
 

Һаҡла инде, Раббым,

Тотолоуҙан

Балаларҙың һин Ҡояшын һаҡла.

Һәм төштәрен һаҡла, йәнкәйҙәре

Бөтөн генә булһын, Раббым, яҡла.
 

Донъялары имен генә булһын,

Яҙ-йәйҙәрен,

Көҙ-ҡыштарын һаҡла.

Ҡанаттарын һаҡла, теүәл булһын,

Үҙең һаҡла, Раббым, үҙең яҡла.
 

Ҡиблаларын һаҡла, алһыу ғына

Булһын ине, берүк, шәфәҡтәре.

Көмбәҙ булһын хыял күктәрендә

Аяуҙарың менән шәфҡәттәрең...
 

Балаларым – минҽң доғаларым,

Йыһаныма бағам һеҙ тип кенә.

Һеҙ аяулы саҡта  йәнем тыныс,

Һеҙ аяулы саҡта ҡояш көлә...

 

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.

Фото: elbalad.news

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас