+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иман барҙа - әхлаҡ бар
10 Ноября 2022, 07:30

Һаулыҡ бирһен Хоҙай

 

Теләгем бар һеҙгә, дуҫ-иштәрем,

Туғандарым, ете-яттарым!

Һаулыҡ бирһен Хоҙай, һаулыҡ тиеп,

Ҡөрьән сүрәләрен ятланым.
 

Һаулыҡтан да ҡиммәт ни бар икән,

Һатылмай ул хатта аҡсаға.

Кемдә уңа, кемдә туңа тиеп,

Үҫкән емеш түгел баҡсала.
 

Һаулыҡ булһа, донъя матур, теүәл,

Кеше көнлө күҙҙәр тилмермәй.

Һаулыҡ — бәхет. Донъя мөлкәттәре

Уның кеүек бәхет килтермәй.
 

Бөгөндән дә ҡалмай үҙебеҙҙе

Ҡәҙер итеп, һөйөп бағайыҡ.

Һуңламайыҡ, бер үк һуңламайыҡ,

Үҙебеҙгә ваҡыт табайыҡ.

 
Гөлиә АЗАМАТОВА-МӨКМИНОВА.

Фото: stihi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас