+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
13 Ноябрь 2022, 18:40

Ил-йортома именлек бир, Аллам!

 

Кисер мине, Хоҙай, доғаларҙы

Белмәһәм дә һиңә өндәшәм:

"Ярҙамыңа мохтажмын мин, Тәңрем!"

Һинең менән көн дә һөйләшәм.
 

Эй, Хоҙайым, кеше көнлө итмә,

Дусар итмә йотом һыуҙарға,

Аңым аҡылынан айыра күрмә,

Юл ҡуйма һин ҡара уйҙарға.
 

Бала ҡайғылары бирмә бер үк,

Хәләл ризыҡтарҙан айырма.

Ике балам — пар ҡанатым минең,

Ҡанатҡайҙарымды ҡайырма.
 

Ғүмер бирһәң, артыҡ күп кәрәкмәй,

Балам йәшәүҙәрен уҙырлыҡ,

Байлыҡты ла бирмә нәфселәнеп,

Бәйелемдән аҙып туҙырлыҡ.
 

Ил-йортома именлек бир, Аллам,

Ғаиләләр булһын иманлы.

Доғаларым һиңә барып етһен,

Хаким итһен ерҙә тыныслыҡ.

Гөлиә Азаматова-Мукминова.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: