-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
23 Ноябрь 2022, 11:50

Бала ҡайғылары бирмә, Хоҙай!

 

Бала ҡайғылары бирмә, Хоҙай,

Күргәндәргә бир һин сабырлыҡ.

Яралары бөтмәҫ йөрәк менән

Йәшәү өсөн көстәр табырлыҡ.
 

Гонаһтарым булһа,һин хаҡтарын

Балаларым аша түләтмә!

Ал ҡулымды,күҙҙәремде соҡо!

Бала ҡайғылары күрһәтмә!
 

Күргәнем бар нуры бөткән күҙле,

Ҡара ҡайғы баҫҡан әсәне.

Йыуатырлыҡ бер һүҙ таб(а)лманым,

Йөрәккәйем янып әсене.

 
Һаулыҡтарын,тәүфиҡтарын бир һин,

Ғүмерҙәрен бир һин балама!

Ҡабул булһын изге теләктәрем,

Һинән башҡа бер ни һорамам...


Г. Азаматова.

Фото: licdn.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: