+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
25 Ноябрь 2022, 10:55

Доғаларым ҡылам һәр көн һайын

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА-АЛТЫНБИКӘ

Доғаларым ҡылам һәр көн һайын
Доғаларым ҡылам һәр көн һайын

 

Доғаларым ҡылам һәр көн һайын

Иҫән йөрөһөн, тип балаҡайым,

Юлдаш булһын изге теләктәрем,

Ярҙам бирсе, Раббым Аллаҡайым...

 


Ауырлыҡтар уны урап үтһен,

Маҡсатына балам барып етһен,

Тулы тормош менән донъя көтһөн,

Изге доғаларым ярҙам итһен...

 

Уңыш булһын, балам, эштәреңдә,

Бөтмәҫ көстәр артһын йөрәгеңдә,

Ныҡ тор, балам, әйткән һүҙҙәреңдә,

Ҡыйыу атла яҙмыш үрҙәренә.

 

Доғаларым, изге доғаларым,

Ярҙам итегеҙсе балама,

Рәхмәтле һәм рәхимле бул, тиеп

Ялбарамын Раббым Аллама...

 

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: