+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
2 Декабрь 2022, 10:30

Доға ҡылам

Гөлнур ҠЫУАТОВА

Доға ҡылам
Доға ҡылам

Доға ҡылам барлыҡ тормошома:

Шөкөр итәм бәхет, һаулыҡҡа.

Ярҙам иткән дуҫтар-туғандарға,

Матур барғанына яҙмышҡа.

 

Доға ҡылам насар уйҙар менән

Дошмандарым килһә яныма.

Мин кисерәм, Аллаһ ҡаршыһында

Үҙе яуап тотор ҡылығына.

 

Доға ҡылам имен үткән көнгә,

Доға ҡылам атҡан таңдарға.

Доға ҡылам Хоҙай биргән һыйҙан

Ултырғанда тамаҡ ялғарға.

 

Доға ҡылып рәхмәтемде әйтәм

Изгелеге тейгән һәр кемгә.

Доға ҡылып шөкөрана ҡылам,

Именлектә килгән һәр көнгә.

 

Фото: twimg.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: