+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
5 Декабрь 2022, 13:45

Хоҙай ярҙамынан ташламаҫ

 

Ҡанаттарың әгәр ҡайырылһа,

Ҡайғы-хәсрәт килһә башыңа,

Йөрәгеңдән ҡайнар йәш тамһа ла,

Ғорур баҫ һин яҙмыш ҡаршына!

 

Күңелдәрең һыҡтап илаһа ла,

Кисерһәң дә әгәр хыянат,

Насар уйҙарыңды ситкә ташла,

Ғүмҽр - Хоҙай биргән васыят!

 

Яҡшы кәңәш биреүселәр бик аҙ,

Бик күптәре көлөп үтерҙәр.

Ә күптәрҽ шунан ләззәт табып,

Яраңа тоҙ һибеп китҽрҙәр…

 

Яҡын дуҫтар йөҙ сырайтһа әгәр,

Онотһалар һинең барлыҡты,

Асыуланма, барыһы ла үтер,

Бирһен генә Хоҙай һаулыҡты!

 

Кешеләрҙән таяныс эҙләмә,

Хаҡ һорарҙар, бер кем иш булмаҫ.

Башың эйеп, доға ҡылып һора,

Хоҙай ярҙамынан ташламаҫ!

 
Айҙар ХӘЛИУЛЛИН.

 

Фото: sunhome.ru  

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: