+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
12 Декабрь 2022, 10:30

Доға ҡылам

Зәлиә НУРИӘХМӘТОВА

 

Уҡый белмәһәм дә, доға ҡылам,

Рәхмәтемде әйтеп Аллаға.

Көслө итеп тыуҙырғаны өсөн 

Ошо сихри, фани донъяға.

 

Бисмилламды әйтеп юлға сығам, 

Ел-дауылдарына ҡарамай. 

Өмөт итеүсегә ярҙамлашамын, 

Кем булыуына ҡарамай. 

 

Зарланмайым, ауырлыҡтар килһә, 

Эстән саҡырһам да, тыштан тын.

Сөнки бҽләм, сабыр булырға кәрәк, 

Сабырлыҡтың төбө - һары алтын. 

 

Уҡый белмәһәм дә, доға ҡылам,

Шөкөр итҽп матур тормошҡа. 

Рәхмәтлемен иҫән-һау булыуыма,

Хоҙай биргән ошо яҙмышҡа.

 

Фото: rakyat.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: