+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
16 Декабрь 2022, 09:35

Доғаларымды Хоҙай ишетһен!

Доғаларымды Хоҙай ишетһен!
Доғаларымды Хоҙай ишетһен!

Һәр бер әсәгә

Яҙһын һөйөргә.

Алып балаһын

Йылы ҡуйынға.

Үбеп уятһын

Улын һәм ҡыҙын.

Һибеп ҡояштай,

Балаға наҙын.

Ысын һөйөүҙән

Тыуһын балалар.

Йәшен түкмәһен

Ерҙә әсәләр!

 

Ғәзиз әсәйҙәр

Бәхетле булһын.

Үткән ғүмерҙең

Эҙҙәре ҡалһын.

Ал таңдар атһын,

Аҡ ҡарҙар яуһын.

Етем балалар

Ерҙә тыумаһын!

Ер-әсәбеҙгә

Тыныслыҡ килһен.

Тыуған илкәйем

Гөлгә күмелһен!


Яҡты хыялдар

Тормошҡа ашһын.

Доғаларымды

Хоҙай ишетһен!

Минниса МӨХӘМӘТОВА-ИҪӘНБАЕВА.

Фото: pinimg.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: