+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
24 Ғинуар 2023, 11:55

Балаларға тәүфиҡ теләү доғалары

Раббым, балаларыбыҙ үҙеңә итәғәт итеүселәрҙән, ғибәҙәт ҡылыусыларҙан, фарыз һәм сөннәт ғәмәлдәрен үтәүселәрҙән, ғибрәт алыусыларҙан, ҡәнәғәт булыусыларҙан, ниғмәттәренең ҡәҙерен белеүселәрҙән, күп зекер ҡылыусыларҙан булһа ине.

Балаларға тәүфиҡ теләү доғалары
Балаларға тәүфиҡ теләү доғалары

Йә, Раббым, уларға әҙәплелек, һиҙәйәт, зирәк аҡыл, ғилем бир. Ислам динен ҡеүәтләүсе, оятты белеүсе, әҙәпле, инсафлы, тәрбиәле, ғәҙел, тырыш, маҡсатлы, саф күңелле, йомарт, сабыр, ғәҙел, егәрле, оҫта ҡуллы булһалар ине. Уҡыуҙарында асыҡ зиһен, тел байлығы, тел асҡыстары бир. Уҡытыусыларына, остаздарына, иптәштәренә, бөтә кешеләргә матур итеп, яғымлы итеп күрһәт. 
Йә, Раббым, атай-әсәйҙәрен, ололарҙы хөрмәт итеп, кеселәргә шәфҡәтле, мәрхәмәтле, кешеләргә файҙалы, ярҙамсыл булырға насип ит.
 Йә, Раббым, ҡайғы-хәстәр килтермәһендәр, күҙ йәштәре түктермәһен улар. Балаларыбыҙға хәйерле хәләл кәсептәр, яҡшы оҙон ғүмер бир, Раббым. Уларҙың ҡыуаныстарын күреп, шатлыҡ- һөйөнөстәр менән йәшәргә насип ит. Амин.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: