

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим.
Йә, Раббым! Үҙеңдең ризалығың өсөн уҡылған ошо Ҡөрьән аяттарын уҡыуҙағы хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итеп, Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Хасил булған әҗер-сауаптарың – иң элек барса ғаләмгә рәхмәт өсөн ҽбәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салләллаһу ғаләйһи вә сәлләмнең һәм уның ғаиләһенең рух Шәрифтәренә ирештерһәң ине. Атабыҙ Әҙәм менән әсәбеҙ Һауаның рух Шәрифтәренә ирештерһәң ине. Шулай уҡ атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә ҡәҙәр Ер йөҙөнә килеп киткән барса пәйғәмбәрҙәрҙең, остаздарыбыҙҙың, мөьмин-мөьминә булып үткән барса ата-әсә, әбҽй-бабаларыбыҙҙың рух Шәрифтәренә ирештерһәң ине.
Ғәзиз әсәйемдең, ғәзиз атайымдың (тулы исем-шәрифтәрен әйтеп) рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Ҡәҙерле ҡыҙ туғандарым һәм ир туғандарымдың (тулы исем-шәрифтәрен әйтеп) рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Өҫтәребеҙҙә хаҡтары булған, ғәйбәттәренә төшкән әрүахтарҙың рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Раббым уларҙың рухтарын шат ҡылып, гонаһтарын ярлыҡаһаң ине.
Уларҙың урындарын йәннәттә ҡыл, ҡәбер ғазаптарынан, ҡиәмәт ҡурҡыныстарынан, йәһәннәм утынан һаҡла. Улар был донъяла йәшәгәндә ҡылған изгелектәр булһа, әҗер-сауаптарын арттыр, ҡылған кәмселектәрен, хаталарын, гонаһтарын Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ғәфү ҡыл, иман байлығын арттырып, ахырҙағы урындарын йәннәттә ҡыл.
Раббым, Үҙеңдең рәхмәтең менән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, донъяла һәм әхирәттә изге маҡсаттарыбыҙға ирешергә насип ит.
Раббым, донъяла йәшәгән ваҡытыбыҙҙа бәндәләргә мохтаж ҡылма. Тәндәребеҙгә сәләмәтлек, йәндәрҽбҽҙгә тыныслыҡ бир. Маңлай күҙҙәребеҙҙе ас. Баштарыбыҙға зирәк зиһен, үткер фҽкер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, тулы иман бир.
Раббәнәә әәтинәә фиддуньяя хәсәнәтәввә фил аахыйрати хәсәнәтәввә кынәә ғазәәбәннәәр. Раббәнәғфирлии вәливәәлидәййә вәлилмөъминиинә йәүмә йәкуумул хисәәбе.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com