+27 °С
Облачно
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
3 Февраля 2023, 07:00

Балаларға тәүфиҡ теләү доғалары

Раббым, балаларыбыҙҙы Үҙеңә итәғәт итеүселәрҙән, ғибәҙәт ҡылыусыларҙан, фарыз һәм сөннөт ғәмәлдәрен үтәүселәрҙән, ғибрәт алыусыларҙан, ҡәнәғәт булыусыларҙан, ниғмәттәренең ҡәҙерен белеүселәрҙән, күп зекер ҡылыусыларҙан итһәң ине.

Балаларға тәүфиҡ теләү доғаларыБалаларға тәүфиҡ теләү доғалары
Балаларға тәүфиҡ теләү доғалары

 Йә, Раббым, уларға әҙәплелек,  зирәк аҡыл, ғилем бир. Ислам динен ҡеүәтләүсе, оятты белеүсе, әҙәпле, инсафлы, тәрбиәле, ғәҙел, тырыш, маҡсатлы, саф күңелле, йомарт, сабыр, ғәҙел, егәрле, оҫта ҡуллы булһалар ине. Уҡыуҙарында асыҡ зиһен, тел байлығы, тел асҡыстары бир. Уҡытыусыларына, остаздарына, иптәштәренә, бөтә кешеләргә матур итеп, яғымлы итеп күрһәт. Эске күңелдәре, тышҡы ҡиәфәттәре һәр ваҡыт матур булһын.
Йә, Раббым, атай-әсәйҙәрен, ололарҙы хөрмәт итеп, кеселәргә шәфҡәтле, мәрхәмәтле, кешеләргә файҙалы, ярҙамсыл булырға насип ит.
 Йә, Раббым, ҡайғы-хәстәр килтермәһендәр, күҙ йәштәре түктермәһендәр. Балаларыбыҙға хәйерле хәләл кәсептәр, яҡшы оҙон ғүмер бир, Хоҙайым. Уларҙың ҡыуаныстарын күреп, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән йәшәргә насип ит. Амин.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас