+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Иман барҙа - әхлаҡ бар
14 Февраля 2023, 06:35

Саҡырып торған кеүек

Мин дүртенсе синыфта уҡыйым. Гел «бишле»гә генә өлгәшәм. Бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәм. Күрше Көйөргәҙе ауылынан булғас, мәктәбебеҙҙең интернатында йәшәп белем алам.

Саҡырып торған кеүекСаҡырып торған кеүек
Саҡырып торған кеүек

Ярай әле эргәмдә Сабина апайым бар. Уның менән бергә булғас, интернат тормошона тиҙ генә өйрәнеп киттем. Тәрбиәселәребеҙ Зөлфиә Салауат ҡыҙы һәм Азат Зөлфәҡәр улы Ғәлиевтәр ҙә ярҙамға килергә әҙер. Күңелле саралар ойоштороп ҡына торалар.
Яңыраҡ Яҡшымбәт ауылындағы «Аҡ мәсет»кә барҙыҡ. Фәрхәд мулла беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ул ислам дине тураһында һөйләне, мәсет тарихы менән таныштырҙы. Беҙ ҙә яттан белгән доғаларыбыҙҙы ишеттерҙек. Малайҙар имам менән бергә намаҙ ҙа уҡыны.
Мәсеткә барғандан һуң күңелебеҙгә нисектер тыныс, рәхәт булып ҡалды. Динебеҙҙе, доғаларҙы белергә кәрәк. Иман йортона тағы ла барырбыҙ әле. Ул хәҙер үҙенә саҡырып торған кеүек.


Йәсминә ИТБАЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт мәктәбе.

Саҡырып торған кеүек
Саҡырып торған кеүек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас