+34 °С
Ясно
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
26 Февраля 2023, 12:00

Намаҙ гонаһтарҙы юя

Пәйғәмбәрҙән (ﷺ) шундай хәҙис риүәйәт ителә: «Әгәр кеше дөрөҫ итеп тәһәрәт алһа һәм намаҙ уҡыһа, уның ошо hәм бынан алдағы намаҙы араһындағы гонаhтары ярлыҡаныр».

Намаҙ гонаһтарҙы юяНамаҙ гонаһтарҙы юя
Намаҙ гонаһтарҙы юя

Аллаһ рәсүле (ﷺ) кешеләрҙән һораған: «Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: әгәр берәүегеҙҙең ишеге алдында йылға ағып ятһа, hәм ул көнөнә биш тапҡыр шунда йыуынһа, ул кешелә берәй бысраҡ ҡалыр инеме?» «Юҡ, бер ниндәй ҙә бысраҡ ҡалмаҫ ине!» – тип яуап биргән тегеләр. «Нәҡ бына шулай Аллаh һеҙҙе биш намаҙ менән гонаһтарҙан таҙарта», – тигән Аллаһ рәсүле (ﷺ).

Әбү Зар исемле сәхәбә риүәйәт итеүенсә, бер көндө Пәйғәмбәр (ﷺ), бер ағас ботағын һелкетеп, япраҡтарын ҡойолдора ла шулай ти:

«Эй Әбү Зар, әгәр мосолман Аллаһ ризалығы өсөн намаҙ уҡырға торһа, уның гонаһтары ла ошо япраҡтар шикелле унан ҡойолоп төшәсәк».

 

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас