

Ә үҙенән түбәндәргә ҡараһа, үҙен бәхетле әҙәмдәрҙән һәм Аллаһы Тәғәләнең ниғмәттәренә осраған бәндәләрҙән икәнлеген белә, ҡулынан килгән тиклем шөкөр итә, ғаиләһенә мәрхәмәтле һәм күңеле тыныс була. Был һуңғыһы яҡшы эш икәнлегендә бәхәс юҡ. Әммә Ахирәт эштәрендә, ғәмәл һәм ғибәҙәт, яҡшылыҡ һәм изгелек мәсьәләләрендә, киреһенсә, үҙеңдән түбәндәргә түгел, ә үҙеңдән юғарыларға ҡарау һәм уларҙан үрнәк алыу тейешле. Бабаларыбыҙ: «Юғары ҡарап фекер ит, түбән ҡарап шөкөр ит», – тигән. Был һүҙ – бик мәғәнәле бер нәсихәттер.
Ризаитдин бин Фәхретдин.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com