

Балаларға Аллаһтың барлығын һәм берлеген аңлатыуҙы төп бурысы тип һанай Булат хәҙрәт.
– Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ. Уға башта ни яҙаһың, шул ҡала. Олатай-өләсәйҙәребеҙ биргән дин дәрестәре йөрәктә ташҡа яҙылған һымаҡ ныҡ уйылып ҡалған. Шуға ла балаларға бәләкәй саҡтан иман, әхлаҡ төшөнсәләрен аңлатып үҫтерергә кәрәк. Улар пәйғәмбәрҙәрҙең кемлеген, уларҙың тарихын да белеп үҫергә тейеш, – ти ул.
Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Шуға күрә уларҙың күңелдәренә тик изгелек орлоҡтарын ғына сәсеү зарур. Кескәйҙәр мәсеттә өйрәнгән доғаларҙы ғүмерлеккә иҫтәрендә ҡалдырыр, аҙаҡ доға ҡылыр. Балалар ошо дәрестәр арҡылы динде дөрөҫ итеп дауам итеүсе изге вариҫтарыбыҙ булыр, тип ышанабыҙ.
Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/club207714147?w=wall-207714147_7669