+18 °С
Ясно
VKOKTelegram

Рамаҙан айы башланды

22 мартта ҡояш байығас, мосолман календаре буйынса изге рамаҙан айы башланды.Белеүегеҙсә, был айҙа пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт-ғәләйһиссәләм аша изге Ҡөръән-Кәрим индерелә башлаған. 

 Ислам диненең биш бағанаһы, нигеҙе бар: иман, намаҙ, ураҙа, зәҡәт һәм хаж. Рамаҙан – тәрбиә айы. Ураҙа тотоу - ашауҙан тыйылып тороу ғына түгел, насар ғәҙәттәрҙән арыныу, изге ғәмәлдәр генә ҡылыу, түҙемле, көслө ихтыярлы булырға өйрәнеү ул.

Балаларға ла ураҙа тоторға ярай: ҡыҙҙарға – 9, малайҙарға – 12, 13 йәштән. Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ураҙа тотабыҙ, тип ниәт ҡылабыҙ. Әлбиттә, был ғәмәлдең кеше һаулығы өсөн файҙаһы ҙур: эске ағзалар ял итә, күҙәнәктәр яңыра, ҡан әйләнешенә һәйбәт йоғонто яһай, холестерин кәмей, тимәк хәтер ҙә яҡшыра... Быларҙы ғалимдар ҙа иҫбатлаған.
Ураҙа тотоуҙың тәртибенә килгәндә, таң менән ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашайбыҙ. Шунан һуң ниәт әйтелә:
«Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙан. Минәл-фәжри иләл-мәғриб. Халисәл-лил-ләһи Тәғәлә».
«Аллаһы Тәғәлә өсөн ихласлыҡ менән таң ваҡытынан башлап ҡояш байығанға тиклем рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым” , – тигәнде аңлата.
Ауыҙ асҡандан һуң уҡыла торған доға: «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Алла¬һүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғади мин шәһри рамаҙәнә нәүәйтү фәғфирли мә ҡаддәмтү үә мә әххәртү». Мәғәнәһе: «Эй, Алла, ошо ураҙамды һинең ризалығың өсөн генә тоттом, һиңә иман килтерҙем, һинең ризығың менән ауыҙ асам. Эй, гөнаһтарҙы ғәфү итеүсе Алла, минең әүәлге гөнаһтарымды ла, һуңғы гөнаһтарымды ла ярлыҡа».
Ҡояш байығас, тоҙ, һыу йәки берәй емеш менән ауыҙ асалар. Финик булһа бигерәк яҡшы, ул витаминдарға бай. Ғөмүмән, рамаҙан айында өҫтәлдә файҙалы, тәбиғи ризыҡтар булырға тейештер.
Сәхәрҙә бутҡа, йомортҡа, ит, балыҡ, эремсек кеүек туҡлыҡлы ризыҡтар ашау һәйбәтерәк. Организм һыуһыҙ тора алмай, шуның өсөн ауыҙ асҡандан һуң сәхәргә тиклем етерлек һыу, сәй, компот эсеп ҡалырға тырышырға кәрәк.
Рамаҙан айын ислам дине тураһында китаптар уҡыуға, Ҡөръәнде, хәҙистәрҙе өйрәнеүгә, доғалар ятлауға бағышлайыҡ. Матур уйҙар ғына уйлайыҡ, изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ, күңелдәрҙе сафландырайыҡ. Был артабанғы тормошобоҙҙа холҡобоҙҙо күркәмерәк итергә булышыр.

Рамаҙан айы башланды
Рамаҙан айы башланды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас