-2 °С
Облачно
VKOKМакс

Сүрәләрҙе яттан белә

Алты йәшлек Айҙар Исламов Өфөләге 134-се балалар баҡсаһына йөрөй. Хәтере шәп: шиғырҙарҙы тиҙ генә ятлап ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сүрәләрҙе яттан беләСүрәләрҙе яттан белә
Сүрәләрҙе яттан белә

 Шуға ла кескәйҙәр араһында үткән конкурстарҙа ҡатнашмай ҡалғаны юҡ. Бүздәк районы Сәүәҙебаш ауылында йәшәгән нәнәһенән бик күп сүрә лә өйрәнгән ул. Аятел-Көрси, Фатиха, Нәс, Фәләк кеүектәрен яттан белә.
Ауылды бик ярата ул. Алмаз ағаһы менән ҡартаталарына булышалар. Айҙар картуф әрсей, иҙән йыуа, нәнәһенә ҙур ярҙамсы. Ата-әсәһе гармун алып биргән. Әле ҡартатаһынан уйнарға өйрәнә, яйлап «Әпипә»не сығара башлаған да инде. Оҙаҡламай уның ке­үек оҫта гармунсы ла булыр әле.
Ошондай иманлы, тырыш балаларҙы күреп, күңел һөйөнә.

Э. РӘШИТОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас