+30 °С
Ясно
VKOKМакс

Балаларҙы иманлы итеп тәрбиәләгеҙ

Кеше ауырлыҡтарҙы һынау итеп ҡабул итә белһә, булғанына шөкөр ҡылһа, үҙен хәллерәк йәшәгәндәр менән сағыштырмаһа, тирә-яҡтағы яманлыҡтан ғибрәт алһа, көфөр итһә, йән тыныслығы, көс табыр. Күңелендә иман нығынған кеше сабыр, түҙемле булыр һәм һәр ваҡыт Аллаһ яҡлауын тойор.

Балаларҙы иманлы итеп тәрбиәләгеҙБалаларҙы иманлы итеп тәрбиәләгеҙ
Балаларҙы иманлы итеп тәрбиәләгеҙ

ИМАНДЫ НЫҒЫТЫУСЫ СИФАТТАР:

– кешеләргә йылы өләшкән ихлас йылмайыу;

– матур мөнәсәбәттәргә күпер һалған йылы һүҙҙәр;

– мохтаждарҙы ҡыуандырып, Аллаһ ризалығын алыу;

– Ҡөрьән уҡыу. Уның аша тормош, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыу;

– Хоҙайҙы һәр саҡ күңелдә йөрөтөү. Доға ҡылыу, гонаһтарға ысын күңелдән үкенеү, уларҙың кисерелеүен һорау;

– балаларҙы иманлы итеп тәрбиәләү;

– асыҡ, ҡыҫҡа, үтә күренмәле кейемдәр кеймәү;

– юғары ҡиммәттәрҙе хөрмәт иткән, иманлы, белемле ҡатын-ҡыҙ менән дуҫлашыу;

– атай-әсәйгә йылы мөнәсәбәт, туғандар менән ара өҙмәү, күршеләрҙе хөрмәт итеү, етемдәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмау;

– фәһемле, ҡыҙыҡлы китаптар уҡыу.

 

ИМАНҺЫҘҘАРҒА ХАС СИФАТТАР:

– буш бәхәстәр, ғәйбәттәр менән ваҡытты әрәмгә уҙғарыу;

– аҡсаға хырызлыҡ, мәғәнәһеҙ рәүештә байлыҡ йыйыу;

– кешеләрҙең етешһеҙ яҡтарын эҙләү, бер-береңде яманлау;

– вайымһыҙ, буш ҡыуыҡ әҙәмдәр менән ваҡыт сарыф итеү, шулай уҡ күп ваҡытты байрамса үткәреү;

– гигиена талаптарын үтәмәү, өйҙәге тәртипһеҙлек;

– тыйылған харам эсемлектәр, тәмәке, наркотиктар ҡулланыу;

– үткәндәрҙә булған хаталарҙы йыш иҫкә төшөрөү;

– аҡсаны тыйылған нәмәләргә сарыф итеү;

– намаҙ, ураҙаны ҡалдырыу.

 

Сығанаҡ: «Шоңҡар» журналы.

 

Фото: islam.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас